Рәсәй банкы яңы 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса тәҡдим итте. Купюра яңы дизайнда эшләнгән. Унда Мәскәү Кремленең Спасс башняһы төшөрөлгән, икенсе яғында Совет һалдатына Ржев мемориалын күрергә була. Банкнота ҡыҙғылт-һары төҫтә эшләнгән, QR-коды бар. Уның ярҙамында ҡағыҙ аҡсаның ысын булыуын асыҡларға мөмкин. Тиҙҙән Үҙәк банк бөтә купюраларҙы яңыртып сығырға ниәтләй.