Башҡортостанда кинотеатрҙарға ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде. Республиканың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Флүр Әсәҙуллин Хөкүмәттәге көрсөккә ҡаршы штабҡа шундай башланғыс менән сыҡты. Санкциялар арҡаһында Рәсәйҙә һәр өсөнсө кинотеатр ябылған. Шуға дәүләт яғынан финанс ярҙам кәрәк. Кино индустрияһы вәкилдәре тейешле тәҡдим әҙерләй.