Радий Хәбиров Өфөлә кардиоүҙәктә үткәрелгән үҙенсәлекле операция тураһында һөйләне

Радий Хәбиров Өфөлә кардиоүҙәктә үткәрелгән үҙенсәлекле операция тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, ете айлыҡ Аришаға йөрәк ауырыуы диагнозы ҡуйылған. Балалар кардиохирургы Нарат Йәнбәков етәкселегендәге табиптар сабыйға операция яһап сирҙе уңышлы дауалай алған. Ариша Башҡортостанға ғаиләһе менән Луганск халыҡ республикаһынан килгән. Беҙҙә уға юғары квалификациялы медицина ярҙамын күрһәтә алдылар, тип яҙа Радий Хәбиров. Йыл һайын республика кардиоүҙәгендә йөрәк сиренән яфаланған 300-ҙән ашыу балаға операция яһала.