Өфөлә бөгөндән электр транспортында йөрөү хаҡы арта

Өфөлә бөгөндән электр транспортында йөрөү хаҡы арта. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшкәндә, билет 25 һум була. “Алға” транспорт картаһын ҡулланыусылар 22 һум түләй. 1 июлдән илдә коммуналь тарифтар артты. Башҡортостанда ул 4,4 процентҡа ҡиммәтләнә.