Диплом алыу тантанаһынан әрме сафына

100-ҙән ашыу курсант Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалын тамамланы.

Затон биҫтәһендәге тарихи уҡыу йорто йылға флоты өсөн йәш кадрҙар әҙерләй. Улар араһында судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек белгестәр бар. Быйыл Өфө филиалын 112 ҡыҙ һәм егет тамамланы. Курсантарға диплом тапшырыу тантанаһы уҡыу йорто алдындағы майҙанда үтте.

Бөгөн һыу транспорты кәрәкле һәм килемле тармаҡтарҙың береһе. Шуға ла диплом алыусы йәштәргә эш табыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Бөгөндән үк ҡайһы белгестәр үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Айырым егеттәр иртәгәнән ил һағына баҫасаҡ. 

Илдар Байбулатов