Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфөлә байрам концерты уҙғарылды

Судноларҙы ремонтлау-төҙөү заводында эшләгән тәжрибәле коллектив алдында билдәле артистар сығыш яһаны. Шулай уҡ тантанаға башҡарма власть органдары вәкилдәре, ҡала хакимиәте етәкселеге лә саҡырылғайны.

Улар залдағыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, предприятиеның бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә ведомство наградалары тапшырҙы.

Бөгөн судноларҙы ремонтлау-төҙөү заводында өс йөҙгә яҡын кеше эшләй. Бер быуаттан ашыу тарихы булған предприятиены тергеҙеү, һауыҡтырыу буйынса республика кимәлендә юл картаһы булдырылған, инвестор табылған. Завод етәкселеге билдәләүенсә, ҡышҡы осорға судноларҙы ремонтлау буйынса заказдар портфеле лә тупланған.

Гөлназ Хәйбуллина