Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбе 150 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды

Быуат ярымлыҡ тарих. Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбе 150 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды. Башта рус-башҡорт училищеһы булараҡ асылған белем усағының юбилей датаһына арналған байрам сараларында БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты

Маҡар мәктәбенең 150 йыллығына арналған байрам үҙешмәкәр коллективтарҙың концерты менән башланды. Артабан сәхнәлә почетлы ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.

Белем усағы директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлнара Хисмәтуллина яҡташтары алдында сығыш яһап, рус-башҡорт училищеһы булараҡ асылған мәғариф учреждениеһының тарихы менән таныштырҙы. Заманында бында күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре уҡыған. Бөгөн дә мәктәптә көслө педагогик коллектив тупланған.

Маҡар урта мәктәбе уҡыусыларының юғары ҡаҙаныштарға ирешеүендә тәжрибәле педагог Харис Фәтҡуллиндың роле баһалап бөткөһөҙ. Ул 1972 йылдан алып 2004 йылға тиклем белем усағында директор була. Эште дөрөҫ ойоштороп, заманса уҡытыу алымдары табып, тейешле йүнәлештәр һайлай белеүе менән үҙен оҫта етәксе итеп таныта. Мәктәптең матди-техник базаһы нығытыла, бүлмәләре заманса йыһазландырыла, зауыҡ менән биҙәлә.

Мәктәптең 150 йыллығына арналған байрамға белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар саҡырылды. Класташтарын, уҡытыусыларын һағынып ҡайтҡан һабаҡташтар һәр береһе үҙ теләктәрен еткерергә тырышты. Хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Маҡар мәктәбенең уңыштары һанап бөткөһөҙ. 2020 йылда тәжрибәле коллектив «Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль проектында еңеп, математика, химия, физика кабинеттарын заманса ҡорамалдар, лабораториялар менән тәьмин итеүгә ирешә. Бай тарихлы белем усағын тамамлаған йәштәр ҙә Башҡортостан һәм Рәсәй вуздарында уҡыуын лайыҡлы дауам итә.

Гөлназ Хәйбуллина