Минск ҡалаһында Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы уҙа

Уның эшендә Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша. Рәсми делегацияны республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Форум төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм интеграцияны киңәйтеүгә арнала.

Ойоштороусылар ике ил төбәктәре араһында 50-нән ашыу хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйырға өмөтләнә. Республика властары йыш ҡына Башҡортостан менән Белоруссия араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу иҡтисади ынтылыш өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын белдерә. Союздаш дәүләттәрҙең сираттағы төбәктәр форумын 2023 йылда Өфөлә үткәреү ҡарала.

Рафиҡ Әхмәтшин