Тарифтар буйынса дәүләт комитеты шул турала хәбәр итә. Электр өсөн хаҡ – 5 , йылылыҡ һәм газға – 3, һыу өсөн 4 процентҡа арта. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса тариф һәр зонала айырым билдәләнә.
Ведомствонан аңлатыуҙарынса, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләү 4,4 проценттан ашмай. Волга буйы округындағы төбәктәр менән сағыштырғанда, беҙҙең республикала был күрһәткес әллә ни юғары түгел.