Был турала республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерә. “Эпидемиологик хәл яҡшырыуға ҡарамаҫтан, сирҙең яңы тулҡынына әҙерләнәбеҙ. Ул миҙгелле грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының башланыуына бәйле”, - тине ведомство етәксеһе.
Һуңғы айҙа ауырыусылар 30 процентҡа кәмегән, халыҡты вакцинациялау һәм ҡайтанан прививкалау буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында килә.