Закондар ярҙамында санкцияларҙың кире йоғонтоһонан һаҡланырға

Республика парламентарийҙары һуңғы айҙарҙа ошо йүнәлештә эш алып барҙы. Яҙғы сессияла депутаттар иҡтисад буйынса байтаҡ закондар ҡабул итте. Мәҫәлән, ауылдарҙа сауҙа нөктәләре өсөн ер участкалары һатыулашыуһыҙ биреләсәк.

Махсус операция ветераны статусы рәсмиләштерелде, уның үмере өҙөлөү осрағында ғаиләһенә 2 миллион һум аҡса түләнә. Яҙғы сессияла ҡаралған 100 закон проектының 70-е ғәмәлгә инде. Донбассҡа гуманитар ылау ебәреүҙә лә депутаттар әүҙемлек күрһәтте. Шулай уҡ республикаға ваҡытлыса йәшәргә килеүселәргә ярҙам ойошторола.

Көҙгө сессияға 50 закон проекты әҙерләнә. улар иҫәбендә  геопарктар, Башҡортостандың милли мираҫы тураһында ҡануниәттәр бар. Парламент каникулдары етеүгә ҡарамаҫтан, депутаттарҙың эше туҡталмай. Мәҫәлән, улар мәктәптәрҙә барған капиталь ремонтты күҙәтәсәк

Рәмилә Исмәғилева