Бөгөн Мәскәүҙең “Коломенское” музей ҡурсаулығы биләмәһендә һабантуй уҙа

Бөгөн Мәскәүҙең “Коломенское” музей ҡурсаулығы биләмәһендә һабантуй уҙа. Милли байрамда Башҡортостан сәнғәт оҫталары, башҡорт эстрада йондоҙҙарының концерттары күрһәтелә, ижади коллективтарҙың сығыштары нон-стоп режимында үткәрелә. “Бейеүҙәребеҙ баш ҡала тамашасыһына хуш килер тип ышанабыҙ”,- ти Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һабантуйҙа Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре башҡорт этноауылын тәҡдим итә, интерактив майҙансыҡтар эшләй, күргәҙмә-сауҙа була. “Бәйге” башҡорт күп алышы буйынса ярыш уҙа, милли уйындар үткәрелә. Һабантуй Өфө ваҡыты менән 13 сәғәттә башлана.