Башҡортостанда IT-компаниялар өсөн һалым ташламаһы индерелә

Башҡортостанда IT-компаниялар өсөн һалым ставкаларына ташлама индерелә. Ошо турала закон проекты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ҡаралды. “Һалым көсөргәнешлеген кәметеү IT-өлкәгә ыңғай йоғонто яһарға һәм республикала мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш”, - ти парламенттың комитет рәйесе Рида Собханғолова

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Законға ярашлы, патентҡа һалым 15 тармаҡта ике тапҡырға кәметелә. Йылдам үҫеш биләмәһенә ингән предприятиеларҙа 6 проценттан 1 процентҡа тиклем төшөрөлә. Ябайлаштырылған һалым системаһы индерелгән өлкәләр арта.