Башҡортостан халҡы “ВвЕРх” тигән мобиль ҡушымта конкурсында ҡатнашып ҡиммәтле бүләктәр ота ала. Мобиль ҡушымтаны кеҫә телефонына тейәп теркәлергә кәрәк. Һуңынан ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эштәр башҡарып мәрәйҙәр йыйыла. Рейтинг лидерҙары депутат ярҙамсыһы була ала, шулай уҡ мобиль телефон, ноутбук, планшет, аҡыллы колонкалар уйнатыла. Конкурстың беренсе этабы 20 июндән 15 авгусҡа тиклем дауам итә.