Рәсәй президенты грантына сираттан тыш конкурс 15 июлдә башлана

Рәсәй президенты грантына сираттан тыш конкурс 15 июлдә башлана. Заявканы ике йүнәлеш буйынса бирергә була. Йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү һәм ватандаштарға ярҙам итеү, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү һәм граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә бәйле проекттар ҡабул ителә. Махсус конкурс өсөн 2 миллиард һум бүленә. Коммерция булмаған ойошмалар сайт аша заявкаларын 15 авгусҡа тиклем ебәрә ала.