Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн көрсөккә ҡаршы digital-ҡарарҙар каталогы барлыҡҡа килде. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр компанияларға реклама бирергә, социаль селтәрҙәрҙә танытырға, сайт булдырырға ярҙам итә. Бөгөн был майҙансыҡ Өфөләге биш ИТ-ойошманы берләштерә. Киләсәктә бизнес өсөн электрон хеҙмәттәр исемлеге тулылана барасаҡ.