Ярты быуат бергә ғүмер итеүсе парға Радий Хәбировтың бүләктәре тапшырылды

Асҡын районы Ҡашҡа ауылында 50 йыл бергә йәшәгән Зифа һәм Хәмзә Ғәләүетдиновтар алтын туйҙарын туйланы. Юбиляр ғаиләнең шатлығын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Зифа Сәйет ҡыҙы менән Хәмзә Фәйзулла улының тамырҙары Асҡын районы Билгеш ауылынан. Әммә һөнәри эшмәкәрлегенә бәйле улар нигеҙҙе Ҡашҡа ауылында ҡорған. Ғаиләләре лә ошо бал ҡорттары ояһы кеүек күсле һәм көслө. Өс балаға ғүмер биреп һәм биш ейән үҫтереп бәхетле ҡартлыҡ кисерә улар.

Ғаилә башлығы «Төй» совхозының урман хужалығында ике тиҫтә йылдан ашыу алыштырғыһыҙ механик, Ҡашҡа урман хужалығында мастер йөгөн тарта, ауыл хужалығында ла яуаплы вазифаларҙа эшләй. Хеҙмәт ветераны Зифа Сәйет ҡыҙы бухгалтер һөнәре буйынса эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

Рәмзиә Ибәтулла ҡыҙы яҡындарына байрам табынын хәстәрләүҙе һәр ваҡыт үҙ яуаплылығына ала. Өлкән улдары Илфирҙың хәләле килен булып был нигеҙгә төшөүенә 25 йыл. Ҡыҙы кеүек ҡабул иткән ҡәйнәмә рәхмәтлемен, ти, ул.

«Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла яҡшы» тигән хәҡиҡәтҡә илле йыл буйы тоғролоҡ һаҡлап, татыу һәм бер-береһен аңлап, ғүмер итә Ғәләүетдиновтар. Хәмзә Фәйзулла улы тормош иптәшен меңдәр араһынан һайлап ала. 1972 йылдың 23 июнендә йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй.

Ғүмер йомғағының ни рәүешле һүтелеүе һәр кешенең ҡылған эшенә, уй-хыялдарының нисек тормошҡа ашыуына бәйле. Асҡын районы Ҡашҡа ауылының абруйлы шәхестәре, Зифа менән Хәмзә Ғәләүетдиновтар аҡһаҡал һәм ағинәй йәшенә лайыҡлы етеп ярты быуат бергә бәхетле ғүмер кисерә.

Гүзәл Борханова