«Юлдаш» радиоһы Башҡортостандың иң әүҙем ауылында

Әбйәлил районында «Юлдаш» радиоһы «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ойошторған конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Бәйгелә ҡатнашҡан 30-лап ауыл араһынан Әбйәлилдең Күсем ауылы еңеү яуланы. «Юлдаш»тар алдан вәғәҙә итеүҙәренсә эксклюзив бүләк менән сығыш яһаны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Юлдаш»тарҙы тәүҙә һыбайлылар, унан һуң Күсем ауылының «Бикембәт ынйылары» фольклор коллективы һый-ниғмәт менән ҡаршы алды. Радио каналы конкурсында еңеүсе ауыл үҙҙәрен ысынлап та әүҙем икәнлеген күрһәтергә тырышты.

Күсем – Тамъян ырыуының бай тарихлы ауылы. Ул хозур тәбиғәтенән бигерәк, ауылдаштары менән дә дан тота. Таһир Күсимов шул иҫәптән. Шуға ла күсемдәр ҡунаҡтарҙы тәүҙә генерал-майор музейы менән таныштырыуҙан башланы. Ул Советтар Союзы геройы тыуып-үҫкән йорт нигеҙендә төҙөлгән.

Ҡырҡтытау битләүендә урынлашҡан Күсем ауылының үҙ мәктәбе, мәсете, мәҙәниәт усағы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Бөгөн өҫкө урамдарға үткәрелгән зәңгәр яғыулыҡ та йәшәйешкә яңылыҡ индерә. Йәш ғаиләләр ҙә бик күп. Уның ҡарауы демография мәсьәләһе лә ыңғай, ауыл киләсәге лә яҡты булыр, тигән ышаныс арта. Күсемдәр спортҡа ла битараф түгел, улар үҙ көстәре менән чемпиондар тәрбиәләй.

«Юлдаш»тарҙы урындағы халыҡтың әүҙем булыуы хайран итте. Быны радио хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарҙың бер-бер артлы ойошторған сараларына ҡарап та төҫмөрләне. Күсемдәрҙең Башҡортостандың «Иң әүҙем ауылы» исемен алыуында замандашыбыҙ Азамат Хәйбуллин сәбәпсе. Тап уның социаль селтәргә урынлаштырған фотоһы конкурста ҡатнашырға этәргес бирә лә инде.

Ә еңеүсе ауылға «Юлдаш»тар эксклюзив бүләк әҙерләгәйне. Рәсәй радиоһы тарихындағы тәүге яңылыҡ. Ул шуның менән дә ҡиммәтле.

Спектакль киске сәғәт туғыҙға билдәләнгәйне. Ауылдаштар донъя мәшәҡәттәрен барлағансы, «Юлдаш»тар репетицияға йыйылды. Кемдер ауыл сәхнәһенә өйрәнһә, икенселәр кейем үтекләй, гримм һала.

Күсемдәр билдәләнгән ваҡытҡа кемуҙарҙан ағылды. Хатта ки тамашасы залына алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Баҫып тигәндәй ҡараусылар ҙа табылды. «Буран ФМ» тип аталған спектакль өҫтөндә эш ике ай самаһы дауам итә. «Юлдаш»тар көн дә тиерлек әҫәр эстәлеген нығытып, музыкаль яҡтан биҙәп, махсус йырҙар ижад итә.

Күсемдәр ошо рәүешле үҙенең әүҙемлегенән тыш, берҙәм булыуын да күрһәтте. Уларҙың теләге бер, республика театр-концерт артистарын ҡабул итерҙәй мәҙәниәт йортон яңыртыу. Һәм балалар баҡсаһының кәрәклеге лә көнүҙәк ҡала.

Азат Ғәлиуллин