Өфөгә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәжбүри күскенселәр килде

Өфөгә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 331 кеше, шул иҫәптән 105 бала килде. Улар баш ҡалабыҙ шифаханаларына, Салауат һәм Туймазы ҡунаҡханаларына урынлаштырылды. Өлкәндәргә эш урындары ла тәҡдим ителәсәк. Республикабыҙ быға тиклем Донбастан 350-ән ашыу гражданды ҡабул иткәйне. Бөгөн Өфөнөң “Родина” кинотеатрында Донецк һәм Луганс балалары өсөн профилле смена асыу тантанаһы уҙа. Лагерҙа ял итеүселәргә “Өфөнән һөйөү менән” фильмы күрһәтелә.