Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе уҙа. Ул Рәсәйҙең төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙаны булып һанала. Мәртәбәле сараға Рәсәйҙән тыш 24 сит ил вәкилдәре саҡырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Күргәҙмә сиктәрендә “Башҡортостан сода компанияһы” менән берлектәге стенд та эшләй. “Иннопром” майҙанында Евразия иҡтисади берлеге илдәре советы ултырышы ла үтә.