Башҡортостандан дүрт студент бөгөн Донецк халыҡ республикаһына юлланды. Йәштәр Саур-Могила мемориаль комплексын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Бөрө кооператив техникумы уҡыусылары унда 31 авгусҡа тиклем була. Юл, йәшәү, туҡланыу, медицина тикшеренеүе үтеү сығымдары ҡаплана. Студенттарға эш хаҡы ла түләнә. Яҡын арала Донецк халыҡ республикаһына тағы бер төркөм студенттар бара.