Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса илдә 1 урын алды

Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса илдә беренсе урын алды. Бөгөн Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында рейтинг менән таныштырҙылар. Беҙҙең республика Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһен уҙып беренсе урынға сыҡты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация ҡатнаша. Беҙҙең республика автомобиль бензины, сода, быяла, тағылмалар һәм башҡаларын етештереү буйынса илдә лидерҙарҙан һанала. Рейтингта беренсе урын өсөн кубок тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына Өфөлә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итте.