Башҡортостанда былтыр юл ремонты һәм төҙөлөшө өсөн 28,5 миллиард һум тотонолған. Республика Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев Рәсәй Транспорт министрлығы коллегияһы ултырышында ҡатнашты. Тармаҡта иң ҙур проекттар араһында Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшөн, Бөрйән районында Иҫке Собханғол – Мораҡ, Иглин – Кәлтә юлдарын асфальтлауҙы атап китергә була. Трассаларҙа 20 меңдән ашыу юл билдәһе, яҡтыртҡыстар, кәртәләр, светофорҙар ҡуйылған. Башҡортостан аша М-12 федераль трассаһының бер өлөшө үтә. Беҙҙең республикала 200 километр юл һалына. Ҡеүәтле төҙөлөштө проектлау быйыл башланды.