Өфө хакимиәте башлығы грантына конкурс иғлан ителә

Өфө хакимиәте башлығы грантына конкурс иғлан ителә. Унда социаль әһәмиәтле проекттар тәҡдим иткән коммерция булмаған ойошмалар, территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ҡатнаша ала. Быйыл конкурс ике номинация буйынса ойошторола. 500 мең һумға тиклем грантҡа эйә булырға мөмкин. Заявкалар 6 июлдән 15-нә тиклем ҡабул ителә.