Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәевҡа арналған күргәҙмә асыла. “Башҡортостан ыласыны” тигән экспозиция Республика Хәрби Дан музейында 6 июлдә эшләй башлай. Бында Муса Гәрәев тормошо менән яҡындан танышырға мөмкин. Күргәҙмәлә летчиктың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби хеҙмәте һәм ғаиләһенә бәйле мәғлүмәт тупланған. Музейға килеүселәр шулай уҡ Муса Гәрәевтың балауыҙҙан эшләнгән һынын күрә ала. 9 июлдә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының тыуыуына 100 йыл тула.