Башҡортостан продукцияһы импортты алмаштыра

Октябрьскийҙың «Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы санкция шарттарында яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә. Яҡын киләсәктә бында малсылыҡ тармағы өсөн дә тауарҙар етештерелә башлай. Сәнәғәт предприятиеһының эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Быҙауҙарҙы имеҙеү өсөн тәғәйенләнгән был биҙрәләр Польшала етештерелгән. Әммә сиктәр ябылыу менән малсылыҡта ҡулланылған тауарҙы килтереү менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалыҡтарына хафаланырға урын юҡ. Сөнки шул уҡ пластмасса әйберҙәрҙе Башҡортостанда ла етештерергә мөмкин. Ә хаҡы буйынса ул күпкә арзаныраҡ булыр тип көтөлә.

Сирек быуаттан ашыу ваҡыт эсендә предприятие бик күп үҙгәрештәр кисерә. Шулай ҙа төп йүнәлеш шул килеш һаҡлана. Ул - полимерҙы эшкәртеп, пластмассанан халыҡ ҡулланышындағы сифатлы тауарҙар етештерә. Уларҙың ассортименты даими яңыртылып тора.

Заводта сифатлы тауар етештереүгә мөмкинлек биргән барлыҡ технологик эштәрҙең тулы циклы булдырылған. Пресс-һауыт эшләү, өрҙөрөү-ҡойоу цехтары заман ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Уларҙың бер өлөшөн һатып алыу өсөн республика тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелгән.

Башҡортостан продукцияһы Рәсәйҙән тыш, сит илдәргә лә күпләп сығарыла. Әммә санкция шарттарында предприятие етәкселеге яңы офоҡтарҙы иңләргә мәжбүр. Һуңғы ваҡытта Азия һәм Бойондороҡһоҙ дәүләтәр берләшмәһе илдәре менән хеҙмәтәшлек нығынған.

Әле заводта 2 мең ярымдан ашыу кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Улар араһында йәштәр ҙә күп.

Заводта етештерелгән продукциялар үҙенең дизайны, сағыу төҫтәре һәм ҡиммәт булмаған хаҡы менән айырыла. Башлыса көнкүрештә ҡулланылған был тауарҙар халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана. Шуға ла предприятие етәкселеге күп кенә илдәрҙең сиктәрҙең ябылыуы ҡарамаҫтан,киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Әлбиттә, республика ярҙамы менән.

Илдар Байбулатов