Башҡортостанда халыҡ дауалаусылары “Ер ҡото” фольклор фестиваленә йыйыла

Башҡортостанда халыҡ дауалаусылары “Ер ҡото” фольклор фестиваленә йыйыла. Унда халыҡ медицинаһы вәкилдәре, табиптар, психологтар, психотерапевтар ҡатнаша. “Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға, уны быуындан-быуынға тапшырырға кәрәк. Һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу кеүек дауалауҙың башҡа төрҙәре көнүрештә даими ҡулланыла”, ти Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фестиваль 16 июлдә Әбйәлил районының Айғырбатҡан һәм 17-һендә Баймаҡ районының Манһары ауылдарында була. Байрамда ҡатнашыу өсөн ғаризалар “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”ндә  ҡабул ителә.