Йыл дауамында Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшөүө көтөлә

Йыл дауамында Рәсәйҙә еңел автомобилдәргә хаҡ төшәсәк. Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һүҙҙәренсә, хәҙер баҙарға валютаның юғары курсы буйынса алынған автомобилдәр сығарылған. Артабан уларға хаҡты әлеге кимәлдә тотоу ауырға тура килә. Ихтыяж да кәмей, шуға ла компаниялар баҙар шарттарына яраҡлашырға мәжбүр була. Хөкүмәт иһә ярҙам саралары тәҡдим итә. Йыл башынан Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән автомобилдәргә хаҡ 25-30 проценҡа күтәрелде.