Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында ташымаған төбәк операторы эшен тәнҡитләне

Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында ташымаған төбәк операторы эшен тәнҡитләне. Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Дүртөйлө зонаһы өсөн яуаплы төбәк операторы эшмәкәрлеге иғтибарға алынды. Халыҡтан сүп-сарҙы ваҡытында сығармаған өсөн күпләп ялыуҙар килгән. Башҡортостан Башлығы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазыловҡа етешһеҙлектәргә сәбәпсе булған операторҙы алмаштырырға ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт