Сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй рейтингында Башҡортостандың икенсе тапҡыр беренсе урын яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хөкүмәткә был ҡаҙанышҡа тос өлөш индергәндәрҙе наградаға тәҡдим итеү буйынса документ әҙерләүҙе йөкмәтте. “Был юғары күрһәткес һәм команданың яҡшы эше. Барыҙыҙға ла рәхмәт белдерәм” - тине республика етәксеһе.