Радий Хәбиров Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалдә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалдә ҡатнаша. Радий Хәбиров был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ул яуаплы белгестәргә республика халҡын һәм туристарҙы күпләп йәлеп итеп, сараны яҡшы итеп ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Программала күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар, йәрминкә, гастрономия байрамы, эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт ҡаралған. Фестиваль ҡунаҡтары итеп билдәле артистар Марина һәм Дмитрий Харатьян саҡырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт