Сүп реформаһы таҙалыҡҡа өйрәтә. Өфөлә коммуналь тармаҡта үҙгәртеп ҡороуҙарҙың әһәмиәте, уның бурыстары, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдарына бәйле кәңәшмә уҙҙы. Унда төбәк операторҙарының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү эшмәкәрлегенә ҡағылышлы темалар ҙа ҡаралды. “Сүп реформаһы халыҡ өсөн көнүҙәк булып ҡала”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеформаны тормошҡа ашырыуға бәйле, Башҡортостанда эшкәртеүҙең кластер схемаһы төҙөлгән, унда беҙҙең төбәк дүрт эре биләмәгә бүленгән. Һәр ҡайһыһының территорияһында үҙенең төбәк операторы бар. Уларҙың төп бурысы – ҡалдыҡтарҙы йыйыу, эшкәртеү һәм утилләштереүҙең яңы алымдарын ҡулланыу.