Әбйәлил районының Буранғол ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте

Буранғолдар ҡор йыя. Әбйәлил районының Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан тарихи ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте.

Коронавирус пандемияһынан һуң тере аралашыуға һыуһаған халыҡ был сараға ҙур теләк менән йыйылды, ә ҡунаҡ көткән ауыл йорттары тағы ла төҙөкләнеп, күркәмләнеп ҡалды. Буранғолда тыуып үҫкәндәрҙе, яҙмыштары ошо төбәк менән бәйле шәхестәрҙе бер майҙанға туплаған байрам тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Байрам кәйефе ауыл ситендә үк башлана, хужалар ҡунаҡтарҙы милли кейемдә, йыр-моң менән ҡаршы ала. Ерле халыҡ быйылғы осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алған, коронавирус пандемияһы менән бәйле күркәм йолаға әйләнгән яҡташтар осрашыуы кисектерелеп торған. Хужалар байрамға ныҡлы әҙерләнгән.

Һәр бер йорт алды оло сәхнәгә тиң, йорт алдары йыр-моңдарҙан гөрләп тора, ә милли аш-һыуҙарҙан һығылған өҫтәлдәр үҙе бер күргәҙмә һымаҡ. Күп ғаиләләр өй эргәһен шәжәрәләр, ҡул эштәре менән биҙәгән. Хужалар әйтеүенсә, бер кем дә ситтә ҡалмаған, һәр береһе был байрамды ойоштороуға үҙә өлөшөн индергән.

Хәҙер тотош Башҡортостанға таралған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамының тарихы ла тап Әбйәлил районына барып тоташа. Ул бер төбәктә тыуып үҫкән кешеләрҙе берләштереү, ауылдарҙы тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү маҡсатында башлана. Әбйәлилдәге береһенән-береһе ҡупшыраҡ йорттар был ниәттең тормошҡа ашыуына асыҡ миҫал.

700-ҙән ашыу кеше йәшәгән Буранғол ауылы – республикаға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов, физика-математика фәндәре докторы Әхтәр Ғайсин, Ватан һуғышы ордены кавалеры Ғәпсәләм Сабитов, йәш сәнғәт оҫталарынан Рәмзил Сәлмәнов, Дамир Тайыпов, Шәһит Хамматовты биргән данлыҡлы төбәк.

Билдәле шәхестәр исемлегендә СССР-ҙың халыҡ депутаты Мәүзиға Ғәбитова ла айырым урын биләй. Ауылдаштар осрашыуына йыйылыусылар күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы тыуған ере, халҡы өсөн янып йәшәне, тип хәтерләй яҡташтары.

Тыуған ергә һөйөү, яҡташлыҡ көсө, быуындар бәйләнеше тигән төшөнсәләр һәр төбәктәге ошондай сараларҙан башлана. Улар йәш быуынды тарихи үткәнебеҙ менән таныштыра, ситтә төпләнгәндәрҙең тыуған яғы менән бәйләнешен нығыта, ә төп нигеҙҙә төпләнгәндәргә тыуған төйәк яҙмышы өсөн яуаплылыҡ өҫтәй.

Рәмзиә Кәримова