Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында быйыл да беренсе урын яулап, йәнә һынатманы. Екатеринбургта үткән «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһендә иғлан ителгән һөҙөмтәләр һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән ултырышта ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында 1-се урында. Республика был рейтингта икенсе йыл рәттән беренселектә яулай. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөтә ил буйынса иң юғары күрһәткестәргә ирешеп, йыл һайын был баһаны иҫбатлау – ҙур команданың көсөргәнешле һәм яуаплы эше. Һөҙөмтәләр Екатеринбургта үткән «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһендә иғлан ителде.
Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә мәғариф тармағы үҫеше менән бәйле һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса федераль программа исемлегендә Башҡортостан икенсе урынға күтәрелде. 2023 йылға тиклем төбәктә 134 мәктәп бинаһын ремонтлау күҙаллана. Ошо маҡсатта федераль үҙәктән 5 млрд һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығының был йүнәлештә алып барған һөҙөмтәле эшен баһалап, объекттарҙы тәртипкә килтереү тиҙлеге кәмемәҫкә тейеш тип белдерҙе.
Мәғариф учреждениеларын ремонтлау өсөн ҡаралған федераль программаға заявка ебәреп Башҡортостан субсидиялар юллау буйынса лидерҙар исемлегенә инде. Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса биналарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә республика беренсе урынға күтәрелде.
Республикала короновирус таралыу менән бәйле сикләү саралары тамамланһа ла, ревакцинация талаптары һаҡлана. Белгестәр фаразлауынса, көҙгә ковидтың йәнә тарала башлауы ихтимал. Шулай уҡ сит илдәрҙә сир таралыу статистикаһы борсоуға һала. Хәүефһеҙлек маҡсаттарында төбәктә балалар лагерҙарындағы байрамдарҙа ата-әсәләр ҡатнашлығы тыйыла. Республикала июлдә үтәсәк сараларҙа сикләүҙәр булмаясаҡ.
Флорида Ким