Алдынғылыҡты яулауҙан бигерәк уны һаҡлап ҡалыу күп көс талап итә

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында икенсе йыл рәттән беренсе урынға сығыуы республика етәкселегенең ныҡышмалы хеҙмәт емеше. Алдынғылыҡты яулауҙан бигерәк уны һаҡлап ҡалыу күп көс талап итә, – тигән ҡараш белдерә белгестәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Екатеринбургта үткән «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ил төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге күрһәткестәре иғлан ителде. Был йүнәлеш буйынса Башҡортостан 93 ярым балдан ашыу мәрәй туплап икенсе йыл рәттән беренселек яуланы. Рейтингта республика Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһен дә уҙып китте.