Районда баҡса еләге 230 гектар майҙанды биләй. 15 эшҡыуар табышлы эш менән мәшғүл. 200-ләп шәхси хужалыҡта еләктең 36 сорты үҫтерелә. Был йүнәлеш айырыуса Мичурин ауыл советы биләмәһендә киң йәйелдерелгән.
Дмитриев, Капитонов крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ер еләгенән тәүгә уңыш йыйып алынып һатыуға сығарыла. Еләк-емеш үҫтереү 1974 йылдан ғаилә династиялары тарафынан быуындан-быуынға тапшырыла килә.
Шаранда баҡса еләген үҫтереүселәр дәүләт ярҙамын тойоп эшләй.
Һуңғы 5 йылда ғына еләк үҫтереү тармағына 30 миллионлыҡ федераль һәм республика ярҙамы күрһәтелгән. «Шаран баҡсалары», «Шаран ер еләге», «Шаран еләге» тигән исем менән өс кооператив ойошторолған. Улар йылына 1000 тоннанан ашыу еләк һата.
Быйылғы яуымлы һауа шарттарына бәйле, еләк йыйыуға һуңлабыраҡ тотонғандар, әлеге ваҡытта 5 тоннанан ашыу еләк йыйылған. 23 июлдә районда ойоштороласаҡ « Еләкле ил» республика фестивален дә эшҡыуарҙар лайыҡлы үткәрергә әҙерләнә.
Гүзәл Борханова