Иглин районының Ивано-Казанка ауылы эргәһендә йәш уҡсылар мәргәнлеген һынаны

Ике тиҫтәнән ашыу үҫмер бәйге көйәрмәндәрен урта быуат мөхитенә алып ҡайтты. Милли кейемдәрҙәге уҡсылар 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге төрлө төркөмдәрҙә сығыш яһаны.

«Мәргән уҡсы»ның ярыш этаптары ҡабатланған майҙанда улар ике көн дауамында төрлө дистанцияла тиҙлеккә, әйләнеп, тубыҡланып атыу кеүек күнекмәләрҙә үҙ көсөн һынаны. «Уғатар» турниры быйыл бишенсегә ойошторолдо.

Турнирға республика район-ҡалаларынан малай-ҡыҙҙар йыйылғайны. Иң йәш ҡатнашыусылар Ишембай районындағы мәргән уҡсылар түңәрәгенән килгәйне. Төбәктә клуб 2016 йылдан эшләүе билдәле. Түңәрәктә 45 бала йәш категориялары буйынса өс төркөмдә шөғөлләнә. Күптәре республика ярыштарында даими рәүештә уңышлы сығыш яһай.

Рәзилә Ғиниәтуллина