Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальонының беренсе составын туплау тамамланды

Бөгөн 400-ләп егет Шишмә районы Алкин ҡасабаһындағы хәрби часҡа йыйылды.

Егеттәрҙең барыһы ла хәрби кейем менән тәьмин ителгән. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны һалдаттарын Башҡортостан һәм Рәсәй байрағы аша танырға мөмкин. Хәрби форма тектереүҙе республика эре компаниялары финансланған. Йәйге комплект 21 төр әйберҙән тора.

Егеттәрҙең барыһы ла Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашырға үҙҙәре теләк белдергән. Уларҙың барыһын да тыуған илгә оло һөйөү берләштерә.

Махсус операцияла ҡатнашырға теләүселәрҙең сафы көн дә тулылана бара. Шуға ла яҡын көндәрҙә Башҡортостанда тағы бер башҡорт батальоны ойошторолор тип көтөлә. Ул десантсы, гвардия майоры Александр Доставалов исемен йөрөтәсәк.

Оборона министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Рәсәй һәм Донбасс республикаларының ҡораллы көстәре Луганск халыҡ республикаһы биләмәһен азат итеүҙе тамамланы. Бәрелештәр Донецк халыҡ республикаһы өсөн дауам итә.

Азат Ғәлиуллин