Ирәмәлгә юл ошолай башлана... Белорет районы Николаевка ауылынан тауға тиклем 25 саҡрым тирәһе. 15 саҡрымын бер туған Илнур менән Азат Байегетовтар буханкаларҙа илтә. Бәләкәй һәм Ҙур Әүнәр, Тығын, Сүнәк йылғаларын вездеходтар карап һымаҡ йөҙөп тигәндәй сыға.
Урман аша үткеһеҙ урындарҙа ағалы-ҡустылы туғандар бер-береһенә ярҙам итә. Һаҙлыҡта батҡан хәлдә лә егеттәр уңайын таба, туристарҙы тейешле урынға алып барып еткерә.
Ҡырағай тәбиғәттең саф һауаһы, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр, тайга.. Әкиәттәгеләй мөғжизәле урман эсенән артабан ете саҡырым тирәһе йәйәү барырға.
Һуҡмаҡ яҡынса бер саҡрым араға иҫәпләнгән. Таҡталарҙы ҡыш ҡаргиҙәрҙәр менән Байегетовтар ташыған. Проект өсөн грантты Николаевкалағы турист базаһы етәксеһе Рина Гринберг юллаған. Бер миллион һум аҡса тауға Учалы районы Байһаҡал ауылы яғынан һуҡмаҡ түшәргә лә еткән.
Ирәмәлгә күтәрелер алдынан Илнур Миңнулла улы билдәләр ҡуйҙы. Туристар был урында йыш аҙаша икән. Һуҡмаҡ һалыу, билдәләр ҡуйыу «Ирәмәл» тәбиғәт паркы менән килешеп эшләнә.
Артабан таш йылғаһы аша текә тауға – Ирәмәлдең түбәһенә үрмәләргә кәрәк. Ирәмәлгә, болоттар бейеклегенә артылыу еңелдән булмаһа ла, тауҙың тартыу көсө бар, ти туристар.
Үрҙәге һыуыҡ ел, ҙур-ҙур таштарҙан йөрөү сәйәхәтсе өсөн сик түгел. Ә бына ил сиктәренең ҡайһы бер яҡтарға ябылыуы күптәрҙе Башҡортостанда ҡалдырған.
Диңгеҙ кимәленән 1582 метр бейеклеккә ғаиләләр, балалар, үҫмерҙәр менән бергә артыла. Сабыйын коляскаға һалып та йәш әсәйҙәр тауҙарға күтәрелә алырлыҡ шарттар тыуҙырыла, Башҡортосан – ғаилә туризмы үҙәге булырға тейеш, тигән фекерҙә тармаҡ белгестәре.
Ҡариҙел районы Ураҙбаҡты ауылы янында тиҙҙән тап ошо йүнәлештәге ял үҙәге эшләй башлай. Ике йыл элек рөхсәтһеҙ сүплек урыны булған ер, уңған эшҡыуарҙар тырышлығы менән танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
«Ғаилә тарихы» экоотелен ойоштороусылар балалары менән ял итергә килгән ғаиләләргә экологик белемдәрен арттырыу, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатын да ҡуя.
Туристар мәккәһенә әйләнгән изге тауыбыҙ Торатауға килгәндәр баҫҡыстан күтәреләсәк. Һуңғы йылдарҙа туристар ағымының артыуы, тауҙағы Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙең тапалып бөтөү хәүефе менән янай. Шихандың төньяҡ-көнсығыш битләүенән тимер ҡоролма эшләнә. 402 метр самаһы эко баҫҡысты быйыл төҙөп бөтөү ҡарала.
«Торатау» геопаркына ҡараған Ғүмәр ауылында йәшәүсе ете ғаилә берләшеп, ауыл хужалығы кооперативы ойошторған. Берләшмә ағзалары Бүжәтау, Ғүмәр тарлауығы янында агротуризмды үҫтереүгә тотонған. Туристар өсөн белем биреү һәм ял үҙәге, ҡунаҡ йорттары төҙөлә.
Тәбиғәт ҡосағына ял итергә килеүселәр яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәк, милли ризыҡтар менән һыйланасаҡ.
Ғүмәрҙәр туристар өсөн ҡымыҙ, ҡорот, ҡаҙылыҡ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ниәтләй. Шулай уҡ ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнатыу нескәлектәре менән дә танышырға була. Тап ошондай йүнселдәргә дәүләт тә ярҙам итергә әҙер. Уны ҡулланыу көнүҙәк.
Ирәмәлгә килеүсе туристар өсөн Өфөлә йәшәүсе Рина Гринберг менән Айрат Хәмитов тап Ростуризм гранты ярҙамында Белорет районы Николаевка ауылында ике йорт һалған. Бөхтә, заманса һәм уңайлы. Ашарға бешерергә, йыуынырға – ял итергә килгән кеше өсөн бөтәһе лә бар. Йыһаздарҙың күбеһе ғаилә башлығы ҡулы менән яһалған. Көҙгөләрҙе ҡул эше оҫтаһы яһап биргән, һыуытҡыстағы магниттар башҡорт стилендә.
Тирлән боролошонан Николаевкаға илткән 26 саҡырым юлға асфальт түшәлмәгән. Әүҙем ял итеүселәр өсөн биш йыл дауамында тауҙы «асыусы»ларҙың теләге бер.
Минең ерем, тип яныусылар барҙа, эске туризм үҫәсәк. Бөрө районы Шәмсетдин күле буйында «Миа терра» тип аталған глэмпингты асыусылар ҙа шундай ниәттә. Әйтергә кәрәк, тиҙ һәм еңел төҙөлә торған отелдәр һаны буйынса республикала был 37-сеһе.
Илдәге һуңғы ваҡиғаларға бәйле, хозур тәбиғәтле Башҡортостанға туристар ағымы бермә- бер арта, үҙебеҙҙә йәшәүселәр ҙә ситкә китмәй, республикала ял итеүҙгә өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән глэмпингтар ойоштороуҙың отошло яғы бар, ти инвесторҙар. Әле төбәктә турист базаһы асырға теләүселәр өсөн 111 ер участкаһы иҫәпләнә.
Туризм өлкәһенә килеүселәр берҙәм эш итергә тырыша, шулай күп мәсьәләләрҙе йырып сығырға була. Башҡортостан буйынса сәйәхәт итеүселәр туризмдың тауға артылғандағы һымаҡ бер туҡтамай юғарыға таба барыуын билдәләй. Тимәк, был өлкәлә һалынаһы һуҡмаҡтар, яулайһы үрҙәр алда.
Рәмилә Исмәғилева