Бөгөн Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәгән тарихи урындар буйлап автосәйәхәт уҙа

Бөгөн Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәгән тарихи урындар буйлап автосәйәхәт уҙа. “Көҙәй ере” тигән тарихи-мәҙәни  сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Көҙәй ырыуы советы менән берлектә ойошторола. Үҙенсәлекле автосәйәхәт Нуриман районынан башланды. Иҫке Күл ауылында стела асылды. Ауыл халҡы әүҙем,  йыр-моң, ҡурай тартып ҡаршы алдылар. Иҫке Исай ауыл советы биләмәһе ветерандар советы рәйесе, ауыл тарихын өйрәнеүсе Нәфисә  Бәҙретдинова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Артабан сарала ҡатнашыусылар Яңы Күл ауылында "Көҙәй" башҡорт мәҙәни үҙәгендә булды. "Иҫке Күл көҙәйҙәрҙең тарихи үҙәге һаналһа, Яңы Күлде бөгөнгө мәҙәни үҙәге тиергә була", - ти үҙәк методисы Гөлсирә Бикбаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сираттағы туҡталыш Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында. Артабан сарала ҡатнашыусылар ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһенә юллана. Автосәйәхәт милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған  ерендә тамамлана.