Сит илдән килгәндәр мотлаҡ коронавирустан ПЦР-тесын тапшырырға тейеш

Сит илдән килгәндәр һәм ҡайтҡандарға элеккесә коронавирус инфекцияһына ПЦР- тест тапшырып, һөҙөмтәһен “Дәүләт хеҙмәте” порталына ҡуйыу мотлаҡ. Был хаҡта Хөкүәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Ҡулланыусылаар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе  Анна Казак белдерҙе. 2 июлдән ковидҡа бәйле сикләүҙәрҙең күбеһе  бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан, был талап һаҡлана.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы айҙа Башҡортостанда ковид менән сирләү осрағы  33 процентҡа кәмегән.

Италия һәм Францияла киреһенсә, сирлеләр артыуы күҙәтелә. Италияла бер тәүлектә ковид 132 мең кешелә асыҡланған. Францияла етенсе тулҡындың көсәйеүе тураһында белдерәләр.