Башҡортостандың 29 районы һәм ҡалаһына 64 берәмек коммуналь техника тапшырылды

Бөгөн Башҡортостандың 29 районы һәм ҡалаһына 64 берәмек коммуналь техника тапшырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, йыл дауамында йәнә коммуналь техника алыныуы көтөлә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн тапшырылған техника араһында 25 йөк тейәгес, 19 трактор, 25 экскаватор бар. Улар йәйен дә, ҡышын да урам һәм юлдарҙы таҙартыу эштәре өсөн тәғәйенләнгән. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов әйтеүенсә, яңы техника алып ҡайтыу шатлыҡлы ваҡиға.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин әйтеүенсә, уларға бирелгән техника Шафран ауылы өсөн тәғәйенләнә. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь техника һатып алыуға бюджеттан 1 миллиард 432 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға 239 берәмек техника һәм төрлө ҡорамалдар ҡайтарылған.