Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә 300-ҙән ашыу пар өйләнешергә теләк белдергән

Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә 300-ҙән ашыу пар өйләнешергә теләк белдергән. Байрам быйылдан рәсми рәүештә 8 июлдә билдәләнә. ЗАГС-тарҙа йәш парҙар өсөн үҙенсәлекле бүләк әҙерләнә. Байрам көнөндә шулай уҡ оҙаҡ бергә йәшәгән ғаиләләрҙе тәбрикләйҙәр. Республикала Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған төп сара Бөрө ҡалаһында ойошторола. Унда республика етәкселеге ҡатнашыуы көтөлә.