Башҡортостанда 100 меңдән ашыу бала “Рулгә ултыр” проектында ҡатнашҡан. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белем биреү курстары барышында мәктәп уҡыусылары интерактив шарттарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныша. Ике мобиль автофургон төрлө күнекмә комплекстары менән йыһазландырылған. Бындай проект балаларҙы юлда үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтә. Быйыл республикала юл-транспорт ваҡиғаларында 5 үҫмер ғүмере өҙөлдө.