Башҡортостанда бөгөндән 1-се класҡа яҙылыу буйынса икенсе этап башлана. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша документ ҡалдырырға була. Атай һәм әсәйҙәр теләгән мәктәпкә ғариза яҙып ебәрә ала. Документтар 5 сентябргәсә ҡабул ителә. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина мәктәпкә ҡабул итеү шарттары менән таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы уҡыу йылында 1-се класҡа урындар тураһында мәғлүмәт һәр мәктәптең рәсми сайтында урынлаштырылырға тейеш. Быйыл Башҡортостанда 59 меңдән ашыу бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра.