Радий Хәбиров Шишмә районында “Патриот” паркын йыһазландырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Башҡортостан Башлығы биләмәлә төҙөлөш барышы менән танышты. Хәрби-илһөйәрлек паркында “Авангард” тип аталған уҡыу-методик үҙәге эшләй. Бында мәктәп уҡыусылары өсөн хәрби-патриотик сменалар ойошторола. Биләмәлә футбол майҙаны, физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм “Партизандар ауылы” төҙөлә. 2024 йылғаса Конгресс-үҙәк, мәсет, часовня, ат спорты һәм атыу үҙәктәре, музей-күргәҙмә зонаһы өсөн павильондар барлыҡҡа киләсәк.