Республикала балыҡсылыҡ ҡурсаулыҡтары барлыҡҡа килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һыуҙағы биологик байлыҡты һаҡлау законына үҙгәреш индерҙе. Уға ярашлы, “балыҡсылыҡ ҡурсаулығы” тигән төшөнсә булдырыла. Бындай биләмә янында ер аҫты байлыҡтарын сығарыу, ағас ҡырҡыу, төҙөлөш алып барыу тыйыла.