Башҡортостанда «Университет сменаһы» проекты старт алды

Ул Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Тәүге «Университет сменаһы»нда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 38 бала ҡатнаша. Улар 10 көн дауамында республиканың билдәле урындары, уҡыу йорттары менән танышасаҡ.

Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары Рәсәй тарихы һәм мәҙәниәте тураһында дәрестәр үткәрәсәк. Бөгөн малай-ҡыҙҙар һабантуй байрамы тарихы менән танышып, концерт номерҙарын ҡараны, милли уйындарҙа көс һынашты. Йәй аҙағына тиклем Донбасста йәшәүсе 300 бала «Университет сменаһында» ҡатнашыр тип күҙаллана.

Башҡорт дәүләт университетының балалар менән эшләү тәжрибәһе бай. Быға тиклем дә йәйге сменалар ойоштора торғайныҡ. Был юлы Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы менән программаға төҙәтмәләр индереп Донбасстан балаларҙы ҡабул итәбеҙ. Улар киләсәктә беҙҙең абитуриенттар булыр тип ышанабыҙ.

Вадим Захаров, Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы

Рәсәй университеттары тураһында төрлө мифтар ишеткәйнек. Ләкин бында килеп Башҡорт дәүләт университетын күргәс, ҡараш үҙгәрҙе. Киләсәктә актриса булырға хыялланам, әгәр тап килгән вузды тапһам, бында уҡырға киләсәкмен.

Элона Тарутина, «Университет сменаһы»нда ҡатнашыусы

Әлфинә Килдейәрова