Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәре 64 берәмек яңы техника менән тулыланды

Уларҙың асҡыстарын тантаналы шарттарҙа республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Техниканы төрлө шарттарҙа файҙаланырға мөмкин. Тейәгес һәм тракторҙарҙы йәй, ҡыш юлдарҙа ҡулланыу күҙ уңында тотола.

Автоһепертке, һыу һауыттары һәм шнекроторҙар кеүек тағылмалы ҡоролмалар айырым һатып алынған. Машиналарҙың бер өлөшө Белоруссияла етештерелгән. Быйыл яҡынса миллиард ярым һумға, 239 берәмек техника алынған.