Ерҙә дым күп булыуы сәбәпле, быйыл болон-ҡырҙарҙа үлән күпереп үҫкән. Бер нисә йыл дауамында ҡоролоҡтан яфа сиккән Баймаҡ районы ауыл эшсәндәре быйыл кинәнеп бесән саба. Ике йылға етәрлек мал аҙығы әҙерләү бурысы ҡуйылған.
Республиканың көньяғында һауа торошо тотороҡланыу менән бесәнселәр сабылған бакуйҙарын йыйып ҡалырға ашыға. Киләһе сюжет Баймаҡ районынан әҙерләнде.
Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағы менән шөғөлләнгән Ҡоланбаевтар ҡышын ҡуралағы малдарға етерлек аҙыҡ әҙерләү менән мәшғүл.Хужалыҡта 800 гектар ер бесән һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән. Әле 50 тонна бесән сабылған, уны тамамлау менән сенаж әҙерләй башлаясаҡтар.
Быйылғы һауа торошо ялан-ҡырҙарҙа үләндең күпереп үҫеүенә булышлыҡ итте. Ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренә сифатлы мал аҙығын бер нисә йылға етерлек әҙерләп ҡалыу бурысы ҡуйылды. Етерлек аҙыҡ запасы булғанда малдарҙы ҡышлатыу ойошҡанлы үтәсәк.